5 декабрь, Дүшәмбе

02 июнь 2010 йыл, 11:01

Өфөлә коляскалағы тенниссылар алыша

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә коляскала теннис буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты старт алды.  

Ярыштарҙа Башҡортостандан, Мәскәү, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Омск, Санкт-Петербург һәм Екатеринбургтан 30-ҙан ашыу тенниссы ҡатнаша.

Коляскала теннис буйынса Рәсәй чемпионаты етенсе тапҡыр ойошторола. Быға тиклем турнир Мәскәү өлкәһе сиктәрендә генә үткәрелеп килде. Коляскалағы тенниссылар араһында беренселек иһә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтә.

Ярыш еңеүселәрен яңғыҙ, парлы һәм ҡатнаш разрядтарҙа билдәләйәсәктәр. Ярыштар 4 июнгә тиклем дауам итә.