4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2010 йыл, 10:59

Нуриев фестивале «La marionnette» балеты премьераһы менән асылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина, Альда Вәлиева | фото: Андрей Старостин, Олег Яровиков

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге сираттағы ХVI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален «La marionnette» («Марионетка») балеты премьераһы асты. Игорь Стравинский музыкаһына яңы спектакль нигеҙенә «Петрушки» мотивтары буйынса либретто һалынған.

Сәхнәлә — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы.

Залда ла абруйлы тамашасылар йыйылған. Нуриев фестивален асыуға хөрмәтле ҡунаҡтар – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Мәскәүҙән балет тәнҡитсеһе Александр Максов, Германиянан бейеүсе Дину Тамазлакару, «Голос России» радиоһы комментаторы Елена Ларина, башҡорт балеты ветерандары, билдәле сәнғәт белгестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар саҡырылған.

Әйтергә кәрәк, Өфө постановкаһы ҡанунлаштырылған спектаклдән ныҡ ҡына айырыла. Иң элек, был «тулы метражлы»  ике актлы балет. Бының өсөн «Петрушки» музыкаль тексынан тыш, Игорь Стравинскийҙың бер нисә симфоник әҫәренән тағы ете фрагмент файҙаланылған.

Йәш ҡуйыусы балетмейстер Ринат Абушахманов, Өфө «Том Сойер»ы һәм тағы бер нисә концерт номеры авторы, яңы эшкә бик етди ҡараған. Яңы спектаклде ҡуйыусы дирижер Герман Ким менән бергә ул музыкаль әҫәрҙәрҙе һайлап алған.

— Музыканы һайлағанда, тәбиғи, балетмейстер драматургияһынан сығып ҡараныҡ, — ти Герман Ким. – Музыка стиле буйынса төрлө булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҡушылған урындары күренмәҫлек итеп яһарға тырыштыҡ. Был әҫәрҙәр бик матур яңғырай. Тәүге репетициянан уҡ мин оркестрҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын тойҙом – был гениаль музыканы беҙ әле театрҙа уйнағаныбыҙ юҡ бит. Тамашасы был яңылыҡты ҡабул итер, тип ышанам.

Премьера спектакленә декорацияларҙы һәм костюмдарҙы рәссам Фәниә Низамова әҙерләгән. Йәрминкә колориты урбанистик мотивтар менән алмашына. Петрушка, Арап, Балерина – улар хәҙерге ҡаланың хәҙерге кешеләре. Шуға ҡарамаҫтан, костюмдарҙа тәүге сығанаҡ эҙҙәре лә һиҙелә.

Премьера спектакле театрҙа бөгөн дә, 2 июндә лә, күрһәтелә.