10 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2010 йыл, 10:50

Башҡортостандың наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлеген башҡа төбәк вәкилдәре лә билдәләне

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү федераль хеҙмәте Төньяҡ-Көнбайыш институтының Өфө филиалында Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Волга буйы федераль округындағы территориаль органдарына ҡараған оператив һәм тәфтишләү бүлексәләре етәкселәренең семинар – кәңәшмәһе үтте. Был маҡсатта Өфөгә 14 төбәктең наркополицейскийҙары килде. Улар наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәрҙе асыу һәм тәфтишләүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Киҫкен наркоситуация фонында илебеҙҙә наркотиктар менән бәйле енәйәтселеккә ҡаршы тороуҙа ыңғай динамика күҙәтелгән төбәктәрҙең булыуы ҡыуаныслы, — тине Волга буйы федераль округындағы РФ Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең территориаль органдары начальниктары Советы аппаратының секретаре Игорь Киселев. – Был, иң элек, Башҡортостан Республикаһына ҡағыла. Семинар-кәңәшмә үткәреү урыны тип Өфөнөң һайланыуы осраҡлы түгел. Ете йыл эсендә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән законһыҙ наркотиктар әйләнеше өлкәһендә 12 меңдән ашыу енәйәт асылған, шуларҙың 10 меңе ауыр енәйәткә ҡарай. Республика наркополицейскийҙары менән 400-ҙән ашыу наркопритон, наркотиктар етештереү өсөн 11 юғары технологиялы лаборатория юҡ ителгән. Наркотиктарҙы котрабанда юлы менән ташыусы 20 халыҡ-ара канал ябылған. Башҡортостан полицияһы 1400 килограмм наркотикты, шул иҫәптән 167 килограмм героинды, 340 килограмм мәк һаламын, 665 килограмм марихуананы, 160 килограмдан ашыу гашишты законһыҙ әйләнештән алған. Тартып алынған наркотиктар “ҡара баҙарҙа” 1,1 миллиард һумдан ашыу суммаға тиң 350 миллион доза тәшкил итер ине. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан РФ Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең территориаль органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелегенең төп күрһәткестәре рейтингында алдынғылыҡты бирмәй.

Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре лә, атап әйткәндә, Татарстан, Удмуртия, Пенза өлкәһе вәкилдәре, республиканың уңышлы тәжрибәһен билдәләне.

Сарала федераль хеҙмәттең дәүләт органдары менән хеҙмәттәшлек итеү проблемалары, енәйәтте тәфтишләү үҙенсәлектәре һәм наркомания менән көрәштең яңы алымдары тикшерелде.