Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Липецк өлкәһенең Тербун районында Башҡортостандан эҙәрмәндәр эш башлай

Сәйәсәт

Июнь баштарында Липецк өлкәһенең Тербун районында Башҡортостандан ике – Өфө һәм Дәүләкән эҙәрмәндәр отряды эш башлай. Икенсе эҙләнеү экспедицияһынан ҡайтып килеүсе БР эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк Йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев әйтеүенсә, Башҡортостан отрядтары 1942 йылдың йәйендә Липецк ерендә һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын эҙләйәсәк.

Хәбәр итеүебеҙсә, был эҙләнеүҙәргә башланғысты күп йылдар инде данлы башҡорт атлыларының хәрби юлын өйрәнеү һәм тикшереү менән шөғөлләнеүсе Виталий Лавринов етәкләгән урындағы «Зверобой» отряды һалды.

Башҡортостан отрядтары менән берлектәге эҙләнеүҙәр иң ҡаты һуғыштар барған һәм 112-се Башҡорт кавдивизияһы ҙур юҙалтыуҙар кисергән Казинка ауылында үткәреләсәк. Казинкалағы экспедициянан һуң Башҡортостан эҙләнеүселәре Тербун районының башҡа тораҡ пункттарында ла һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙы эҙләүҙә ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандан отрядтар башҡа төбәктән Липецк өлкәһе территорияһына аяҡ баҫҡан тәүге вәкилдәр буласаҡ. Ә июнь аҙағында Тербун районына Новокузнецкиҙа ойошторолған 237-се дивизияның һәләк булған яугирҙарын эҙләү өсөн «Сибиряк» отряды эҙәрмәндәре киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть