Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә – “Оҫталар ҡалаһы”

Йәмғиәт

1 июндә Өфөнөң “Ҡунаҡһарай” сауҙа үҙәгендә “Оҫталар ҡалаһы” ҡул эштәре изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Уны «Праздник-Мастер» агентлығы ойошторҙо. Күргәҙмә Өфөлә даими рәүештә үткәрелә, ә был юлы ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды. Унда теләүселәрҙең барыһы ла Башҡортостандың ҡул эше оҫталарының төрлө һәм бик уникаль әйберҙәрен ҡарай һәм һатып ала алды. «Праздник-Мастер» етәксеһе Марина Малых хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә өҫ кейеме һәм аксессуарҙарҙан алып интерьер предметтары һәм һауыт-һабаға тиклем үҙенсәлекле изделиелар ҡуйылды.

— Бында төрлө бижутерия, һабындан, полимер балсыҡтан изделиелар табырға мөмкин ине, — тип һөйләй Марина Владиславовна. – Һуңғы ваҡытта кейеҙҙән изделиелар әҙерләү традицияһы тергеҙелеүе ҡыуандыра. Атап әйткәндә, күргәҙмәлә был материалдан матур сумкалар һәм биҙәүестәр булды. Беҙҙең сараларҙа теләгән бер кеше ҡатнаша ала. Беҙ һәр кемгә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирәбеҙ. Бер нисә йыл үткәреү осоронда беҙҙең даими ҡатнашыусыларыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙ уларҙың ижади үҫешен ҡәнәғәтләнеп күҙәтәбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть