7 декабрь, Шаршамбы

01 июнь 2010 йыл, 17:13

1 июндә өфөләргә яңыртылған балалар баҡсаһы бүләк ителде

автор: Эльмира Сабирова, Юлай Мәғсүмов | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Иртыш урамында 50-се балалар баҡсаһын асыу Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә яҡшы бүләк булды. Шишәмбе, 1 июндә, уның хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләр менән был шатлыҡты Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов уртаҡлашты. Был балалар баҡсаһы бинаһы 1957 йылда уҡ төҙөлгән һәм күптән инде санитар нормаларға ла, педагогик талаптарға ла яуап бирмәгән булған. 2007 йылдың апрелендә мәктәпкәсә балалар учреждениеларына талап артыу менән бәйле район һәм ҡала хакимиәте уны реконструкцияларға ҡарар итә.

180 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы бинаһының майҙаны өс мең квадрат метрға яҡын. Проект менән ике йәштән һигеҙ йәшкә тиклемге балалар өсөн һигеҙ төркөм, шулай уҡ ике ҡыҫҡа ваҡытҡа килтереү төркөмө (унда балалар көнөнә өс сәғәткә тиклем була ала) ҡаралған.

Балаларҙың үҫешен дефектологтар, логопедтар, педагог-психологтар күҙәтәсәк. Тәүге сабыйҙарҙы балалар баҡсаһы быйыл июлдә үк ҡабул итәсәк. Төркөмдәр комплектланған.  

Яҡты иркен бүлмәләр, яңы мебель, инвентарь һәм уйынсыҡтар, музыка һәм спорт залдары, заманса йыһазландырылған физиотерапия кабинеты менән медицина блогы, тоҙ шахтаһы, аҙыҡ-түлек блогы – барыһы ла ентекле уйланылған. Баҡсаның территорияһы ла уңайлы итеп йыһазландырылған.  

Балалар баҡсаһы мөдире Зөлфиә Мәҡсүтова әйтеүенсә, иң мөһиме, балалар үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойһон.

Балалар республика Президентын матур театрлаштырылған тамаша менән ҡаршы алды. Мортаза Рәхимов, социаль мөһим объекттарҙы асыу республикала күптән инде яҡшы традицияға әйләнде, тип билдәләне.

Һуңғы биш йылда балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Был яңы балалар баҡсаһы һуңғы ваҡытта Өфөлә төҙөлгән 17-се мәктәпкәсә тиклемге балалар учреждениеһы. Өҫтәүенә, 12 балалар баҡсаһы мәктәпкәсә учреждениелар селтәренә ҡайтарылды. Быйыл тағы ике балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла. Былар барыһы ла Башҡортостанда тыуым арта барыуын раҫлай. Мәҫәлән, республика баш ҡалаһында беренсе синыфҡа барыусылар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда мең балаға артты.  

Мортаза Рәхимов яңы балалар баҡсаһы бинаһын ҡарап сыҡты, балалар менән аралашты, уларға бында оҡшаймы, тип ҡыҙыҡһынды. Ул аҙыҡ-түлек блогының йыһазланышы менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.