3 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2010 йыл, 16:12

Өфө эшҡыуарҙары өсөн июндә дүрт бушлай консультация ойоштороласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙары берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә июнь айында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дүрт бушлай консультация үткәреләсәк.

Мәҫәлән, 2 июндә «Бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы төрҙәре» темаһына консультацияны БР Микрофинанслау үҙәгенең финанслау һәм инвестициялар бүлеге начальнигы Алексей Самойлович үткәрә.

9 июндә «Яңы эште нисек асырға» темаһына Өфө эшҡыуарҙары берләшмәһе директоры Вероника Воронина консультация үткәрәсәк.

16 июндә «Бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һанын оптималләштереү» темаһына «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте етәксеһе Ирина Васильцова мәғлүмәт бирәсәк.

23 июндә бәләкәй бизнес субъекттарына һалым һалыу үҙенсәлектәре тураһында («КонсультантПлюс» белешмә-хоҡуҡ системаларын файҙаланып) «Респект» Хоҡуҡ компанияһының «Ҡыҙыу линия» хеҙмәте етәксеһе Ирина Гаврилова һөйләйәсәк.

Консультациялар 241-47-44 телефоны аша алдан яҙылыу буйынса 16 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем үткәрелә. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.

темалар: эшҡыуарлыҡ