4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2010 йыл, 16:06

Өфө ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙән фоторәссамдарҙы ҡаршылай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн республиканың баш ҡалаһында ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең фоторәссамдарының VI халыҡ-ара ижади лабораторияһы эш башланы. Был күләмле акцияны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән берлектә Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) әҙерләгән. Өфөлә ул беренсе тапҡыр үтә.

«Башинформ» агентлығына министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ижади форумда ҡатнашыусыларҙы, ә был Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Ҡырым, Кипр, Иран, Тыва, Хакасия, Сыуашстан, Якутиянан йыйылған 20-гә яҡын фоторәссам, бай эстәлекле программа көтә. Лаборатория үткән 16 көн дауамында  уларға Өфөлә һәм унан ситтә эшләргә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында ҡатнашырға, һабантуйҙы, Ишембай районында үтәсәк “Салауат йыйыны” фольклор байрамын ҡарарға тәҡдим ителәсәк.  

Бөгөн ижади лаборатория программаһында ҡунаҡтарҙың ҡала менән танышыуы, экскурсия билдәләнгән.

Иртәгә үк, 2 июндә, фоторәссамдар ТӨРКСОЙ ижади лабораторияһында ҡатнашыусыларҙың һәм башҡорт оҫталарының фотоэштәре күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, артабан теплоходта йөрөйәсәк.

3 июндә фотографтар төркөмдәргә бүленеп, республика райондарына юлланасаҡ.  Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Салауат, Мәсетле, Асҡын, Ҡариҙел, Нуриман, Дәүләкән, Әлшәй һәм башҡа райондарҙа көтәләр.