Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Дүрт райондың ауыл хужалығы предприятиелары көнбағыштың рәт араһын эшкәртеүҙе тамамланы

Иҡтисад

Архангел, Благовещен, Илеш, Шаран районы эшсәндәре көнбағыш сәсеүлегендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош райондары ауыл хужалығы предприятиеларының культиваторҙары планлаштырылған майҙандарҙың яртыһын эшкәрткән.

Бишбүләк, Дәүләкән, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең күп өлөшөндә эшкәртеү үткәргән.

Параллель рәүештә химик утау алып барыла. Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко, Мәләүез, Шишмә районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен ҡый үләндәренә ҡаршы препараттар менән тулыһынса эшкәрткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть