Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә халыҡ-ара төҙөлөш форумы асылды

Иҡтисад

Өфөнөң Спорт һарайында «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш» халыҡ-ара төҙөлөш форумы эшләй башланы. Уны Өфө хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, Башҡортостан республика фәнни-техник төҙөүселәр йәмғиәте һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге ойошторҙо.

Төҙөлөш индустрияһы үҫеше яңы технологияларҙы үҙләштереүгә, юғары етештереүсәнле техника һәм ҡорамалдар ҡулланыуға, кәрәкле инвестициялар йәлеп итеүгә бәйләнгән. Башҡортостан Республикаһының интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө алып барған төҙөлөш предприятиелары өсөн тармаҡтың бөтә яңылыҡтары хаҡында хәбәрҙар булыу бик мөһим. Шуға күрә был күргәҙмә элеккесә профессионалдарҙың осрашыу урыны булып ҡала.

— Көрсөккә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда төҙөлөш индустрияһы эҙмә-эҙ үҫешә, торлаҡ төҙөлә, — тине форумды асыуҙа БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. Республика етәкселеге ярҙамы арҡаһында аҙ ҡатлы төҙөлөш программаһы яңы импульс алды. Сит ил төҙөлөш фирмаларының күбеһе үҙе өсөн перспективалы Башҡортостан баҙарын аса.

— Был күргәҙмәне республиканың күп халҡы түҙемһеҙлек менән көтә, — тип белдерҙе БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Никин. – Төҙөлөш өлкәһендә беҙҙең белгестәребеҙ байтаҡ.

Форум эшендә Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Уларҙың 70  процентҡа яҡыны – етештереүселәр. Ҡатнашыусылар араһында Германия, Италия, Франция, Финляндия, Төркиә һәм Беларусь вәкилдәре байтаҡ. Күргәҙмә ҡунаҡтары заманса төҙөлөш материалдары, өр-яңы технологиялар, техник коммуникациялар, архитектура һәм дизайнер эшкәртмәләре менән таныша ала.

Форум программаһы сиктәрендә «Иң яҡшы төҙөлөш продукты» һәм «Иң яҡшы сауҙа-төҙөлөш предприятиеһы» номинациялары менән «Йыл һайлауы» тармаҡ конкурсы һәм «Лотостройка» уйыны үткәреләсәк, бик күп наградалар һәм приздар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ бер нисә семинар үткәреү планлаштырылған.  

Халыҡ-ара төҙөлөш форумы үҙ эшен 4 июндә тамамлаясаҡ.          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть