6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2010 йыл, 14:56

Башҡортостандың биш районы малсылары һауымдың ике меңлек кимәлен үткән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала дүрт райондың ауыл хужалығы предприятиелары йыл башынан алып һәр һыйырҙан 2 меңдән ашыу литр һөт һауып алған. Беренселәрҙән булып был кимәлде Стәрлетамаҡ районы малсылары үткән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә был райондың хужалыҡтарында йыл башынан алып һәр һыйырҙан 2331 кг һөт алынған. Тәтешлеләр икенсе урында – 2181 кг. Өфө һәм Ауырғазы районы хеҙмәтсәндәре уларҙан бер аҙ арттараҡ килә. Алдынғылар төркөмөндә һуңғы булып Мәләүез малсылары тора. Ике меңлек кимәлгә улар ошо ял көндәрендә еткән.

Иң юғары тулайым һауым, элеккесә, Стәрлетамаҡ районында – 18771 тонна һөт. Был уҙған йыл кимәленән 691 тоннаға күберәк.