3 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2010 йыл, 14:26

Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала үҫешенең комплекслы программаһын ҡараясаҡ

автор: Николай Ермоленко

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 26-сы ултырышында депутаттар Башҡортостан баш ҡалаһының 2015 йылға тиклем коммуналь инфраструктураһы үҫешенең комплекслы программаһын ҡараясаҡ. Программаны эшләү комплекслы торлаҡ төҙөлөшө өсөн яңы территориялар үҙләштереү, ресурстарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь  комплексы эшенең баҙар механизмдарын һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә яңыса ҡараш, заманса хаҡтар системаһы, ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарының һөҙөмтәлелеген күтәреү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү өлкәһендә конкуренцияны үҫтереү зарурлығы арҡаһында килеп тыуҙы.

Сираттағы ултырыш көн тәртибенә 13 мәсьәлә индерелде. Депутаттар алдында 2009 йыл өсөн ҡала бюджетының үтәлеше тураһында отчетты раҫлау бурысы тора.

Өфөнөң Дим һәм Ленин райондарындағы Миловка, Романовка һәм Ветошниково тораҡ пункттары араһында территорияларҙы планлаштырыу проекттары буйынса тыңлауҙар тәғәйенләү, «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт һәм транспорт объекттарын реконструкциялау проекттары буйынса граждандарҙан һорау алыу үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итергә планлаштырыла.

Депутаттар Өфөлә йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, традицияларын һәм йолаларын яҡлау, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса саралар, урындағы үҙидара органдарының һәм ҡала Советы депутаттарының эшмәкәрлеген ҡала киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу тураһында мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.

Ҡала Советының 26-сы ултырышы 2 июндә сәғәт 10-да үткәреләсәк.