3 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2010 йыл, 13:01

Нуриман районында тиҙҙән ике яңы ауыл барлыҡҡа киләсәк

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы муниципаль районы Советы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитетының бөгөнгө ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Нуриман районында географик объекттар төҙөү тураһында» БР Законы проектын индерәсәк, уға ярашлы Красный Ключ ауыл Советында дача ҡасабалары базаһында барлыҡҡа килгән Киров һәм Пушкин исемле ауыл статусы менән ике тораҡ пункты ойоштороласаҡ. Бөгөн был географик объекттарҙа хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн юлдар, ҡоҙоҡтар һәм көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар һатыу буйынса сауҙа нөктәләре бар.

Бынан тыш, июнь айындағы беренсе ултырышта депутаттар «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың милли-мәҙәни берләшмәләре тураһында» БР Закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләй. Беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң «Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу ирке тураһында» БР Законына һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарына килгән төҙәтмәләр ҡараласаҡ һәм тикшереләсәк.

Комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» БР Законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектына төҙәтмәләр килмәне, шуға күрә депутаттар уны тотош ҡабул итергә тәҡдим итәсәк.