6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2010 йыл, 11:51

Мохтаж ғаиләләр иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

автор: Михаил Сытин

Башҡортостан Хөкүмәтенең 31 майҙа үткәрелгән ултырышында, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡушыуы буйынса булдырылған ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләр буйынса мәғлүмәттәр базаһы хәлде контролдә тоторға ярҙам итә, тип билдәләнде. Хәҙер ай һайын тулыландырылған мәғлүмәттәр базаһында 14 213 ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 29 131 бала тәрбиәләнә.

Шуларҙан 13 141 ғаилә ведомство-ара ярҙам пландарына ярашлы ярҙам ала ла инде. Бер ай эсендә 3 410 ғаиләнең (апрелдәгенән 5,6 процентҡа күберәк) иҫәптән алыныуы һәм ярҙам алыусы ғаиләләр һаны өстән бер өлөшкә артыуы комплекслы ҡараш һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләй.  

Башҡортостан Хөкүмәте ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләрҙең алты төрөн билдәләй: аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, күп балалы ғаиләләр, ата-әсәһе бала тәрбиәләү буйынса үҙ бурысын үтәмәгән ғаиләләр, составында эшкә һәләтһеҙ һәм оҙайлы сиргә дусар булған ағзалары булған ғаиләләр һәм насар психологик микроклиматлы ғаиләләр.  

Төрлө кимәлдәге власть һәм ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе меңәрләгән ғаиләләргә ауыр тормош хәленән сығыу юлын табырға ярҙам итте. Биш айҙа, муниципаль ведомство-ара советтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 3950 ғаилә 7,5 миллион һумдан ашыу суммаға матди ярҙам алды, 78 ғаиләгә 2,9 миллион һумдан ашыу суммаға торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә түләү буйынса бурысын бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтелде.  

Йәйгә табан консультатив-хоҡуҡ (64%), психологик яҡлау (40,8%), матди ярҙам һорап (29,4%) һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә түләү буйынса бурыстарын бөтөрөүҙә булышлыҡ итеүҙәрен үтенеп (13%) мөрәжәғәт итеүселәр һаны артты. Эскелек һәм башҡа сирҙәрҙе дауалауҙа ярҙам итеүҙе һорап (5% һәм 46%) мөрәжәғәт итеүҙәр һаны кәмене. Ярҙамдың башҡа төрҙәре күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 45 процентын тәшкил итте.

Ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса эш әүҙем алып барыла. 2010 йылдың биш айында бөтәһе 1053 кеше эшкә урынлаштырылды. Эшкә урынлаштырыу буйынса лидерҙар: Ейәнсура, Йылайыр, Бөрө райондары һәм Октябрьский ҡалаһы.

Ошо уҡ осорҙа мәктәпкәсә балалар учреждениеларына 1 536 бала урынлаштырылды. Был мәсьәләгә Бәләбәй, Йылайыр, Тәтешле һәм Бөрө райондарында айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Ведомство-ара үҙ-ара килешеү программалары арҡаһында 651 ата-әсә эскелеккә бирелеүҙән ҡотҡарылды, әммә республиканың ундан ашыу районында һәм алты ҡалаһында ауыр тормош хәленә дусар булған балаларҙың ата-әсәләрен алкоголизмдан дауалауға етерлек иғтибар бирелмәй.

Иң насар хәл Кушнаренко районында. Бында 375 ғаилә иҫәпкә ҡуйылған, ләкин ғаиләгә индивидуаль ведомство-ара ярҙам буйынса бер план да раҫланмаған. Тәбиғи, бер ғаиләгә лә матди ярҙам күрһәтелмәгән. Алтмыш ғаилә аҙ тәьмин ителгән булараҡ иҫәпкә ҡуйылған, ләкин торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн бурысын түләүҙә ярҙам күрһәтелмәгән, ә ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса ҡыл да ҡыбырлатмағандар.

темалар: социаль яҡлау