Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Профсоюздар федерацияһы балалар өсөн байрам ойоштора

Йәмғиәт

Бөгөн, 1 июндә, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Өфөнөң Ленин районы хакимиәте һәм «Алые паруса» йәштәр-үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе ҡатнашлығында Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда «Профсоюздар — балаларға» традицион байрамын үткәрә. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.

Байрамда балалар әүҙем уйындарҙа ҡатнаша, асфальтта балалар һүрәттәре конкурсында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә аласаҡ.

Ошонда уҡ йыл һайын үткәрелгән «Беренсе май. Хеҙмәтсәндәр. Профсоюздар» профсоюз республика балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы үтәсәк, быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть