11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2010 йыл, 10:11

Өфөлә наркодилерҙан ун грамға яҡын героин тартып алынған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

БР буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһы буйынса героин таратыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған. Бөрөнөң 19 йәшлек ике кешеһе сираттағы героин дозаһын йәшергән ваҡытта Өфөнөң Орджоникидзе районында тотолған. «Башинформ» агентлығына  БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оперативниктар наркодилерҙарҙың наркотиктар йәшерелгән урындар яҙылған блокнотын тартып алған. Исемлектә күрһәтелгән адрестар буйынса йөрөп, дөйөм алғанда ун грамм самаһы героин әйләнештән алынған. Был система буйынса “аҡ үлем” менән сауҙа итеүселәрҙе асыҡлауы еңел түгел. Һатыусы менән һатып алыусының бер ҡасан да осрашмауы төп ҡыйынлыҡ булып тора. Наркотик ҡулланыусылар аҡсаны һатыусы иҫәбенә күсерә, ә һуңғылары дозаның ҡайҙа йәшерелгәнен әйтә. Әммә бөгөнгө көндә бындай схема буйынса эш итеүселәрҙе тотоу өсөн хоҡуҡ һаҡсыларының тейешле белемдәре лә, мөмкинлектәре лә бар. Әлеге ваҡытта оперативниктар төркөмдөң башҡа ағзаларын эҙләй. Ҡулға алынғандарға ҡарата енәйәт эше асылған.