9 декабрь, Йома

01 июнь 2010 йыл, 9:57

Башҡортостандан студенттың закон проектын Дәүләт Думаһында ҡараясаҡтар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр советы ағзаһы Азат Бәҙрәнов «Минең закон сығарыу инициативам» бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. 30 эш араһында уның эше «Мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт» секцияһында беренсе урын яуланы.

Конкурс программаһы өсөн Азат Рәсәй Федерацияһында йәштәр фәненә дәүләт ярҙамы тураһында Федераль закон проектын әҙерләгәйне.

— Минең закон проектымда «йәштәр фәне» һәм «йәш ғалим» төшөнсәләрен закон кимәлендә билдәләү төп момент булып тора, — тине Азат Бәҙрәнов. – Был йүнәлешкә дәүләт яҡлауын үҫтереү зарурлығы ла минең тәҡдимемдең мөһим өлөшө булып торҙо. Бөгөн йәштәр фәненең торошо дәүләт структуралары яғынан ҙур иғтибар һәм йәш кадрҙарҙы дәртләндереүҙе талап итә.  

Әйтергә кәрәк, был закон проектын Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим итер алдынан, уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитеты, шулай уҡ Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе хуплап сыҡты.

Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты cтуденты Азат Бәҙрәнов үҙ эше өсөн беренсе дәрәжә диплом менән наградланды. Ул конкурстың иң яҡшы проекттары йыйынтығына индерелде һәм артабан ҡарау өсөн РФ Дәүләт Думаһының профилле комитеттары буйынса таратыласаҡ.