Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән яҙыусы Камил Йыһаншин Курскиға әҙәбиәт һәм сәнғәт фестиваленә бара

Йәмғиәт

Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Камил Йыһаншин Үҙәк федераль округының “Беҙгә был юлдарҙы оноторға ярамай” тип исемләнгән әҙәбиәт һәм сәнғәт фестивалендә ҡатнашасаҡ. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнала һәм 3-6 индә Курск өлкәһендә үтә. Курскиға Камил Йыһаншин Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы вәкиле булараҡ бара.

Камил Йыһаншиндың әҫәрҙәре — староверҙар тормошо хаҡында бәйән итеүсе «Скитники» романы һәм уның дауамы «Золото Алдана» Рәсәйҙәге хеҙмәттәштәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Автор әйтеүенсә, «Золото Алдана» романын Мәскәүҙең «Вече» нәшриәтендә баҫтырыу тураһында килешеү бар.

Бынан тыш, уҡыусыларға Камил Йыһаншин ҡырағай йәнлектәр тураһындағы повесть һәм хикәйәләре аша ла билдәле. Улар араһында – «Лохматый», «Маха», «Щедрый Буге», «Боцман» һәм башҡалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть