9 декабрь, Йома

01 июнь 2010 йыл, 9:31

Өфөлә Перфильев иҫтәлегенә теннис турниры башланды

автор: Юлия Антипина

«Нефтсе» стадионының асыҡ корттарында Алексей Перфильев иҫтәлегенә бөтә Рәсәй теннис турниры старт алды. Бынан тыш, ярыш сиктәрендә Республика баш ҡалаһы Кубогы уйнатыла. Кортҡа өс йәш төркөмөндәге спортсылар сыға: 9-10 йәштәгеләр, 14 һәм унан йәшерәктәр, ололар. Турнир һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә, һәм йыл һайын ҡатнашырға теләүселәр арта. Бөгөн Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Нижневартовскиҙан, Пенза, Екатеринбург һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларынан 150 тенниссы еңеү өсөн алышҡа сыҡҡан.

— Теннисылар өсөн беҙҙең турнир ҙур әһәмиәткә эйә, – тип билдәләй ярыштарҙың баш судьяһы Илдар Иҫәнтәев. – Йәштәр тәжрибә туплай. Турнирҙың рейтинглы булыуына күрә, үҙенең активына мәрәйҙәр йыя, был карьера өсөн мөһим. Бынан тыш, еңеүселәр приздар һәм бүләктәр ала.

Турнир биш көн дауам итә, финал уйындары 3, 4 июндә үтәсәк.

темалар: теннис