5 декабрь, Дүшәмбе

01 июнь 2010 йыл, 9:20

Өфө сатрашсылары Рәшит Нәжметдинов мемориалында ҡатнаша

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

ХХХII сатраш буйынса халыҡ-ара Рәшит Нәжметдинов мемориалы кисә Ҡазанда старт алды. "А" турнирында — шаҡтай ҙур суммалы приз фонды менән Нәжметдинов Кубогында Башҡортостан спортсылары – спорт мастерлығына кандидат Денис Малин, шулай уҡ республика сатраш буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, беренсе разрядлы Илдар Ғарифуллин һәм Артур Исхаҡов ҡатнаша. Турнир еңеүсеһе һәм 14 призер Рәсәй Кубогы финалына сығасаҡ. Турнир 8 июндә тамамлана.

Республика сатраш мәктәбе уҡыусыһы, беренсе разрядлы Ярослав Пудяков көсөн "В" турнирында, 1998-1999 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында һынап ҡарарға булған. Ваҡыт контроле — һәр уйынсыға партия аҙағына тиклем сәғәт ярым. Был турнир бер көн алда тамамлана.

темалар: сатраш