3 декабрь, Шәмбе

31 май 2010 йыл, 17:51

Раил Сарбаев: Етем балалар проблемаларын хәл итеү етди ҡараш талап итә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр араһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр хаҡында интернаттан һуң да хәстәрлек проблемалары төп урынды алып торҙо. Уларҙы тикшереүҙә министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.  

Ултырышты асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда 19475 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә, тип билдәләне.

— Уларға уҡыған урынында тулы тәьминәт, балалар йортонда йәшәү формаһында дәүләт яҡлауы гарантияланған, ләкин йыш ҡына интернат учреждениеһынан сыҡҡас, балалар күнегелгән иғтибар солғанышынан мәхрүм ҡала,  — тип билдәләне премьер. — Балалар йорто стенаһынан сыҡҡас, улар торлаҡ алыу, эш эҙләү, көнкүрешен, туҡланыуын, буш ваҡытын ойоштороу, медицина ярҙамы алыу, ғаилә ҡороу менән бәйле иҫәпһеҙ-һанһыҙ  проблемалар менән осраша. Был проблемалар комплексын хәл итеү бөтә дәүләт органдарының үҙ-ара ярашып эш итеүен талап итә.

Әммә, ултырышта билдәләнеүенсә, йыш ҡына балалар йорттарынан сығыусылар оло тормошҡа аяҡ баҫыуға әҙер булмай. БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, был йәштәр үҙҙәренә тейешле торлаҡҡа, уҡыуға, эшкә социаль льготалар менән файҙалана алмай. Улар үҙ бюджетын планлаштыра, коммуналь һәм социаль хеҙмәттәр менән эш итә, буш ваҡытын бүлә, кешеләр менән аралаша белмәй. Хоҡуҡтар тураһында хәбәрҙар булмау арҡаһында улар үҙ хоҡуҡтарын да яҡлай алмай.

Балалар йорттарынан сығыусылар өсөн иң киҫкен проблема булып торлаҡ тора.

— Бөгөн республикала 3720 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланың тәғәйен торлағы юҡ, шул иҫәптән уларҙың 1551-е балиғ булыу йәшенә еткән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Салауат ҡыҙы. – Балалар үҙ торлағын алыуға сиратта оҙаҡ тора. Торлаҡҡа хоҡуғы һаҡланғандар иһә йыш ҡына әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барған ата-әсәһе янына ҡайтырға мәжбүр.

— Әлеге ваҡытта республикала торлаҡты беркетеү һәм уны һаҡлауҙы тәьмин итеү процестарын регламентлаусы норматив-хоҡуҡ акты юҡ, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. — Торлаҡты һаҡлауҙы кем тәьмин итергә тейеш, әгәр торлаҡ яраҡһыҙ хәлгә килһә, нимә эшләргә – был һәм башҡа һорауҙар асыҡ көйөнсә ҡала. Яҡын араларҙа уҡ торлаҡты беркетеү һәм уны һаҡлауҙы тәьмин итеү процестарын регламентлаусы документ әҙерләнеп, тикшереүгә сығарылырға тейеш.

Бынан тыш, балалар йорттарынан сығыусыларҙың күптәре район һәм ҡала хакимиәтендә торлаҡ алыуға иҫәпкә ҡуйғанда ҡыйынлыҡҡа осрауын иҫәпкә алып, ул кисекмәҫтән һәр муниципаль район ҡала округы биләмәһендә был эш нисек ҡуйылыуын тикшерергә тәҡдим итте. Торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын аралыҡта хәл итеү сифатында Лилиә Салауат ҡыҙы был категория балалар өсөн балалар йорттары, социаль приюттар һәм ғаилә ҡороу үҙәктәре эргәһендә, шулай уҡ муниципалитеттар ҡарамағында социаль ҡунаҡханалар булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.  

Балалар йорттарынан сығыусылар алдында эшкә урынлашыу тағы бер етди мәсьәлә булып тора. Йыш ҡына балаларҙы етемлек статусы арҡаһында эшкә ҡабул итеүҙән баш тарталар. Шулай уҡ был балаларға ҡарата хеҙмәт закондары күҙәтелмәй, уларҙы законһыҙ эштән сығаралар йәки түбән квалификациялы эш урындары бирәләр.

— Бында тап ошондай балалар өсөн эш урындары квотаһын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, — тип тәҡдим итте Лилиә Салауат ҡыҙы.

— Күтәрелгән тема дәүләт әһәмиәтенә эйә, -  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев. — Шуға күрә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың проблемаларын хәл иткәндә формаль ҡарашҡа юл ҡуйырға ярамай, бөтә структуралар үҙ-ара килешеп эш итергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондарҙа һәм ҡалаларҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны арта. Мәҫәлән, Кушнаренко районында етем балалар һаны – 300%, Бүздәктә — 52%, Ҡырмыҫҡалыла – 50%, Ғафури районында – 30%, Нефтекамала – 50%, Салауатта – 26,6%, Сибайҙа 21 процентҡа артҡан. Кушнаренко, Баймаҡ, Саҡмағош райондарында, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәр һаны артты.

Хакимиәт башлыҡтарына, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәренә ошо проблемаларға етди ҡарарға кәрәк.

темалар: социаль яҡлау