Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Сығарылыш уҡыусылары мотлаҡ иҫәпләнгән берҙәм дәүләт имтиханының береһен тапшырҙы

Йәмғиәт

31 майҙа, дүшәмбелә, рус теле буйынса мотлаҡ иҫәпләнгән берҙәм дәүләт имтиханын Башҡортостанда 29 меңдән ашыу кеше тапшырҙы. Имтихан урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-да башланды һәм өс сәғәт дауамында барҙы. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу пункты был көндә республиканың 125 дөйөм белем биреү мәктәбендә ойошторолдо.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтиханы формаһында үткәреләсәк киләһе мотлаҡ имтихан 7 июндә математика буйынса ойошторола. Уның дауамлығы — дүрт сәғәт.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡағиҙәләргә ярашлы, БДИ һөҙөмтәләре буйынса бер насар баһа алған осраҡта өҫтәмә ваҡытта яңынан имтихан бирергә мөмкин.

19 июндә (шәмбе) – рус теле, 21 июндә (дүшәмбе) – математика.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть