8 декабрь, Кесе йома

31 май 2010 йыл, 17:12

Өфө китапханасылары уҡыусыларын байрам менән ҡотлаясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфө балалар китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы китапханасылары йола буйынса Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған шәфҡәтлелек акцияһын ойоштора. Ололар был байрам көнөндә бер бала ла иғтибарһыҙ һәм бүләкһеҙ ҡалмаһын өсөн тырыша.

Шулай итеп, 1 июндә Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды менән берлектә 7-се, 22-се балалар китапханаларынан библиодесант күңелле уйын программаһы менән Ҡала балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгенә юллана. 11-се балалар китапханаһы Башҡортостандағы инвалид балаларҙың ат-әсәләре ассоциацияһынан үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән мауыҡтырғыс тамаша үткәрә.  

4 июндә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ҡала балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ҡала перинаталь үҙәгенә барасаҡ. Унда сәләмәтлегендә кәмселеге булған, яҡындары менән аралашыу шатлығынан мәхрүм балаларға бүләктәр һәм приздар менән күңелле уйын-шоу ойоштороласаҡ.

темалар: китапханалар