4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2010 йыл, 9:03

Башҡортостанда йәй етә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йәйҙең тәүге көндәрендә синоптиктар көндәрҙең йылыныуын вәғәҙә итә. Башгидрометтың баш синоптигы Анна Казаеваның әйтеүенсә, бөгөн һәм иртәгә бар Башҡортостан буйынса көндәрҙең йылыныуы көтөлә, әммә был төньяҡ-көнсығышҡа ҡағылмай, унда бөгөн төндә температура 2-7 градустан юғарыраҡ күтәрелмәйәсәк, урыны менән ҡырау төшәсәк.

Шаршамбы йәй хакимлыҡ итә башлай. Көндөҙ 22-27 йылы көтөлә, төндә 8-15 градус. Көндәр йылыныуы дауам итәсәк. Киләһе көндәрҙә термометр бағанаһы 33 градусҡа күтәрелә. Төндәр ҙә 10-15 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Йәкшәмбе ваҡытлыса һалҡын фронт үткәнгә күрә болотло буласаҡ, әммә температура ни бары ике-өс градусҡа төшәсәк.

—Республика буйынса үткән ямғырҙарҙан һуң дөйөм алғанда хәлдәр ярайһы уңышлы, — тине Анна Казаева. – Яуым-төшөм аҙ булған Мәләүез районы ғына был исемлеккә инмәй.

Йәйге ямғыр төрлө урында төрлөсә үтеүе менән айырыла. Ҡайҙалыр ни бары 3 миллиметр булһа, 10 миллиметрға еткән райондар ҙа бар.

темалар: һауа торошо