6 декабрь, Шишәмбе

31 май 2010 йыл, 16:33

"Башсельхозтехника" "Рәсәй агросәнәғәт комплексын модернизациялау" программаһында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

"Ростсельмаш" компанияһының рәсми дилеры булараҡ «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы "Рәсәй агросәнәғәт комплексын модернизациялау" программаһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә Ростсельмаш компанияһы Rostselmash һәм Versatile маркаһындағы иген урыусы һәм мал аҙығы культураларын йыйыусы комбайндар, яңы тракторҙар һатып алыуға субсидиялар бирәсәк. Яңы техника һатып алғанда субсидия алыу өсөн иҫке техниканың файҙаланыуҙан сығарылыуы хаҡында мәғлүмәт тапшырырға кәрәк.  

Шул рәүешле техниканы яңыртыу проблемаһы хәл ителә. Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең һәр ауыл хужалығы етештереүсеһе хужалыҡта булған техниканың Дәүләт техник күҙәтеүҙә иҫәптән алыныуы һәм файҙаланыуҙан сығарылыуы тураһында дилер үҙәгенә документ тапшырып, ауыл хужалығы техникаһын яңырта ала. Алмашҡа "Ростсельмаш" компанияһының дилер үҙәгендә  ул яңы комбайн йәки трактор һатып алыуға сертификат аласаҡ. Субсидиялар күләме аныҡ билдәләнгән һәм һайланған ауыл хужалығы машинаһының маркаһынан тора.

Иҫке машинаны тапшырырға кәрәкмәүе — программаның өҫтөнлөгө, был программала ҡатнашыуҙы күпкә еңелләштерәсәк.

Яңы техника төбәктәргә барып еткән. Сертификат биреү тураһында ҡарар бер йыл дауамында ҡабул ителәсәк.

Программала маркаһының, сығарылған йылының ниндәй булыуына, ҡайһы илдә етештерелеүенә һәм нисә йыл файҙаланыуына ҡарамаҫтан, теләһә ниндәй иҫке иген урыусы һәм мал аҙығы культураларын йыйыусы комбайн һәм тракторҙар ҡатнаша.