4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 11:27

4 июндә Өфөнән Оло Тәләк станцияһына "Хәтер" поезы китәсәк

автор: Любовь Колоколова

4 июндә Мәскәү ваҡыты менән 5 сәғәт 30 минутта Өфө станцияһынан Оло Теләк станцияһына Көньяҡ Урал тимер юлы менән берлектә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан ойошторолған “Хәтер” поезы юлға сығасаҡ. Был ҡайғылы рейсты ойошторорға ҡарар итеү тураһында Куйбышев тимер юл агентлығының Башҡортостан производство участкаһы начальнигы Игорь Бараковских хәбәр итте.  

Традиция буйынса был поезд сәфәре 1989 йылдың 3 июненән 4-енә ҡарата төндә Оло Тәләк станцияһы эргәһендә газ шартлау арҡаһында килеп тыуған фажиғә хаҡында иҫтәлеккә ойошторола. Катастрофа ике пассажир поезы — 1 284 пассажиры һәм поезд бригадаларының 86 ағзаһы менән 211-се Адлер — Новосибирск һәм 212-се Новосибирск – Адлер поездарының газ тулған зонаға килеп инеү ваҡытына тура килә. Элек, аныҡ расписание буйынса йөрөгәндә, был поездар бында бер ваҡытта ла осрашмаған булған. Тәҡдир осраҡлылығы арҡаһында 575 кеше һәләк була, 623 кеше имгәнә.

Оло Тәләк – Аша аралығының 1710-сы километрында фажиғәнең 21-се йыллығына арналған иҫкә алыу саралары үтәсәк. Поезд Мәскәү ваҡыты менән 7 сәғәт 30 минутта барып етергә тейеш.

темалар: хәтер, тимер юл