9 декабрь, Йома

31 май 2010 йыл, 15:55

Медицина университетында Третьяков уҡыуҙары

автор: Әлфиә Әһлиуллина, Ләйлә Әхмәҙиева

Бөгөн, 31 майҙа, Башҡорт дәүләт медицина университетында (БДМУ) сираттағы VIII Третьяков уҡыуҙары үтә. Уны БДМУ-ның поликлиника педиатриаһы курсы менән госпиталь педиатриаһы кафедраһы ойоштора.

Профессор Евгения Третьякова иҫтәлегенә арналған конференциялар Башҡортостан педиатрҙары өсөн йолаға әйләнгән. Был юлы уҡыуҙарҙы ойошторорға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй перинаталь медицина белгестәре ассоциацияһы һәм Төбәк-ара иҫбатланған медицина белгестәре берекмәһе ярҙам иткән. Бынан тыш, сара БР Хөкүмәте менән раҫланған ғилми конференцияларҙың йыйылма планына индерелгән.  

«Башинформ» агентлығына БДМУ-нан хәбәр итеүҙәренсә, VIII Третьяков уҡыуҙары Башҡортостан өсөн сағыштырмаса яңы форматта —халыҡ-ара телеконференция төрөндә үткәрелә.

Башҡорт медуниверситеты 1993 йылдан алып хеҙмәтттәшлек иткән Ослоның Риксхоспиталь университет клиникаһынан килгән кардиолог Gaute Dohlen сит илдән төп лектор булараҡ сығыш яһай. «Тыумыштан йөрәк кәмселеге булған балаларҙа йөрәкте катетеризациялау» — Норвегия докторы лекцияһының төп темаһы.

Уның сығышы видео-демонстрациялар серияһы һәм рус теленә тәржемә менән оҙатылып барасаҡ. Слайдтарҙың барыһын да донъяның тиҫтәләгән илдәренең белгестәре һәм студенттары менән эшләүсе Башмедуниверситеттың халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге тәржемә итә.  

Третьяков уҡыуҙарын ойоштороусы профессор-педиатр Эльза Әхмәҙиева Башҡортостан студенттарына һәм табиптарына лекциялар уҡыу өсөн сит илдән хеҙмәттәштәрен беренсе тапҡыр ғына саҡырмай. Былтыр, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университетында Төркиә, АҠШ һәм Норвегияның педиатрҙары лекциялар уҡыған.

Конференцияны тыңлаусыларға ҡатнашыу тураһында сертификат тапшырыласаҡ.

темалар: һаулыҡ һаҡлау