4 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2010 йыл, 15:12

Халыҡ иҫәбен алыусылар булып студенттар эшләй ала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан баш ҡалаһының Октябрь районы 35 иҫәп алыу, 141 инструкторҙар һәм 565 иҫәп-хисап участкаһына бүленгән. Был турала 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса комиссияның сираттағы ултырышында Дәүләт статистикаһы бүлеге подразделениеһы етәксеһе Лариса Кралько хәбәр итте.  

Хәҙерге ваҡытта 35 халыҡ иҫәбен алыу участкаһы өсөн биналар һайлап алынды. Резервты иҫәпкә алып, бөтәһе төрлө категориялы 1011 ваҡытлыса хеҙмәткәр талап ителәсәк. Халыҡ иҫәбен алыусы персонал сифатында дүрт юғары уҡыу йорто: Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан социаль технологиялар институты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы хеҙмәткәрҙәрен һәм студенттарын, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен, пенсионерҙарҙы һәм башҡа категория граждандарын йәлеп итеү планлаштырыла. Вуздарға беркетелгән иҫәп алыу участкалары билдәләнде. Халыҡ иҫәбен алыу осорона йәлеп ителгән студенттарға был производство практикаһы итеп иҫәпкә алынасаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәрҙәренә кәрәкле төп күнекмәләр һәм сифаттар араһында Лариса Кралько яуаплылыҡты, респондентты үҙенә ылыҡтырыу оҫталығын, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярайһы уҡ ҙур методик материалды үҙләштереү һәләтен билдәләне. Билдәләнгән ваҡытта халыҡ иҫәбен алыусы персонал башҡа бер төрлө эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә алмай.