11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2010 йыл, 8:10

Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» акцияһы башлана

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2010 йылдың 1 июнендә Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһы башлана.  

Республикала был сараны министрлыҡ һәм веедомстволар, йәмәғәт һәм дини ойошмалар менән берлектә РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте үткәрә.

Уны үткәргән ваҡытта тәүлек әйләнәһенә республика наркоконтроленең 8-800-347-20-30 «ышаныс телефоны» эшләйәсәк, уның буйынса кешеләр наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу һәм һаҡлау факттары һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр тураһында бушлай шылтыратып белдерә ала. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалдыралмаясаҡ. Бөтә мәғлүмәтте наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре тикшереп, улар буйынса саралар күрәсәк.  

«Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» акцияһына махсус рәүештә  наркоконтролдең республика органдары һәм милицияның ышаныс телефондары номерҙары күрһәтелгән видеороликтар әҙерләнгән. Акция барышы хаҡында мәғлүмәт торлаҡ йорттарҙың лифттарында, элемтә хеҙмәте өсөн түләүҙәр ҡағыҙында урынлаштырыласаҡ.

Акция дауамында шылтыратыуҙарҙың артыуы менән бәйле, телефон аша алынған хәбәрҙе тикшереү өсөн оператив-тикшереү төркөмдәре арттырыласаҡ.  

РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция дауамында республика халҡы наркотиктар менән сауҙа итеү һәм ҡулланыу урындары тураһында хәбәр итеүҙән тыш, махсус бүленгән телефон линияларында дежурҙа торған белгестәргә һорауҙары менән йәки консультация артынан мөрәжәғәт итә ала.

«Ҡыҙыу телефон линиялары» графигы.