4 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2010 йыл, 14:04

Башҡортостандан 20 бала – Рәсәй балалар фондында ҡунаҡта

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй балалар фонды араһындағы 2009-2013 йылдарға Генераль килешеү сиктәрендә Сәрмән һәм Үҙән балалар йорттарынан 20 тәрбиәләнеүсе Мәскәүҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашасаҡ.

Йыл һайын июнь башында Рәсәй балалар фонды баш ҡалала Халыҡ-ара балалар көнөн байрам итеүгә бөтә илдән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе, ғәрип балаларҙы, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән сабыйҙарҙы йыя. Быйыл Мәскәүҙә үтәсәк байрамға Рәсәй балалар фонды 23-сө тапҡырына инде 10,5 меңдән ашыу балалар йыясаҡ.

1 июндә балалар Мәскәүҙең төп театрҙарында хәйриә спектаклдәрен ҡараясаҡ, һәм Балалар фондының һәр ҡунағы байрам бүләге аласаҡ. Шул уҡ көндө баш ҡаланың 17 затлы рестораны улар өсөн байрам табыны ойошторасаҡ. Мәскәү буйлап балалар уңайлы автобустарҙа йөрөтөләсәк, уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөйәсәк.  

Алты көн буйына балалар Рәсәй балалар фондының ҡунағы буласаҡ, Мәскәү музейҙарына, аква-паркка барасаҡ, баш ҡала буйлап экскурсия яһаясаҡ.