7 декабрь, Шаршамбы

31 май 2010 йыл, 13:43

16 ауыл хужалығы предприятиеһына бурысы кисектерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен финанс сәләмәтләндереү буйынса ведомство-ара республика комиссияһы ултырышында 20 ғариза ҡаралды. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 предприятиеның 84 миллион һумдан ашыуға бурысы кисектерелде.

Бурыс түләү шарттарын үҙгәртеүгә хоҡуҡты туҡтатыу, бурыс түләү шарттарын үҙгәртеүгә, кисектереүгә һәм бүлеп түләүгә хоҡуҡты бөтөрөү мәсьәләләре ҡаралды.  

Реструктуризация шарттарын боҙоу менән бәйле, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов рәйеслегендәге комиссия алты предприятиеға бурысты бүлеп түләүгә рөхсәт бирмәне. Улар бурыстарын элек билдәләнгән графикка ярашлы ҡайтарасаҡ.

Ағымдағы түләүҙәрен ҡапламау сәбәпле, 14 ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсегә бурыс түләү шарттарын үҙгәртеү кире ҡағылды. 76 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарып алынасаҡ.