3 декабрь, Шәмбе

31 май 2010 йыл, 12:48

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе профсоюз ярышында алдынғы урында

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе коллективы ағымдағы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса профсоюздар ярышында беренсе урын алған. Өфө граждан ҡоролмалары дистанцияһы адресына рәхмәт хаты килгән. Шулай уҡ өсөнсө урын яулаған "Стәрлетамаҡ–Йөк бүлеге" локомотив депоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡотлауҙар алған.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән матбуғат секретаре Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, шуныһы ҡыуаныслы, профсоюздар ярышында рәхмәт хаттары һәм грамоталарҙан тыш, тимер юлсылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнгән.