10 декабрь, Шәмбе

31 май 2010 йыл, 11:51

Сәсеүҙән һуң химик утау башланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда яҙғы иген культураларын сәсеү тамамланды тиерлек. Хужалыҡтарҙың күбеһендә иген, техник, мал аҙығы һәм башҡа ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алыу өсөн яҡшы нигеҙ һалынды. Хәҙер республика аграрийҙары үҙ көстәрен сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлткән.

Ауыл хужалығы культураларын дөрөҫ тәрбиәләү хәҙерге ваҡытта уңыш алыуҙың мөһим факторҙарының береһе булып тора. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр гектарҙы препараттар менән ваҡытында эшкәртеү һәм дөрөҫ тәрбиәләү ҡый үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан 5-6 центнерға тиклем игенде “йолоп алып ҡалырға” ярҙам итә.

Республика етәкселеге гербицидтар һатып алыуға субсидиялар бүлде.

Тотош Башҡортостанда 1 миллион 300 мең гектар  майҙанда – иген культураларын, 64 мең гектар шәкәр сөгөлдөрөн химик утау үткәрергә кәрәк. 152 мең гектарҙа көнбағыштың рәт аралары эшкәртеләсәк.