11 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2010 йыл, 11:33

Белорет металлургия комбинатының метрология хеҙмәте – Башҡортостанда иң яҡшыларҙың береһе

автор: Эльвира Латипова

«Мечел» компанияһына ҡараған «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Метрология һәм стандартизация хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы метрология хеҙмәте» конкурсында икенсе урын алған.

Был республика конкурсы тәүге тапҡыр үткәрелә. Ул республиканың төрлө ойошмалары һәм предприятиеларынан 20-нән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Меңдән ашыу кеше эшләгән “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең метрология һәм стандартизация хеҙмәте лә улар иҫәбендә.  

Конкурс программаһы метрология хеҙмәтен ҡылыҡһырлаған һәр төрлө һорауҙы үҙ эсенә ала. Квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителеше, метрология хеҙмәте тураһында положениеның булыуы, үлсәү сараларын ремонтлауға лицензия, калибровкалау эштәрен үткәреү хоҡуғын алыуға аккредитация,  үлсәү эталондары булыуы, ҡулланылған ҡорамалдарға аттестация, метрологик экспертизалар, метрологик контроль, предприятиела үлсәү сараларын ҡулланыу һәм уларҙың торошон күҙәтеү күрһәткестәре иҫәпкә алынды.

Белорет металлургия комбинатының Үҙәк метрология лабораторияһы эшенең сифатына дәғүәләрҙең булмауы уның эшенең ыңғай күрһәткесе булып тора. «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Үҙәк метрология лабораторияһы коллективы менән билдәләнгән күрһәткестәр үлсәүҙәрҙе дөйөмләштереүҙе тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙең үтәлешен раҫлай һәм предприятиеға юғары стандарттарға яуап биреүсе продукция етештерергә мөмкинлек бирә.