4 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2010 йыл, 11:31

Сәфәрҙә мәктәп уҡыусылары араһында республика сатраш фестивале үтте

автор: Ирек Мөхәмаҙиев | фото: Ирек Мөхәмәҙиев

Шишмә районында дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында "Сәфәр-2010" республика сатраш фестивале тамамланды.

"Башинформ" агентлығына ярыштарҙың баш судьяһы Фаил Байбуриндың хәбәр итеүенсә, тиҙ уйналыусы сатраш буйынса турнирҙа Баҡалы, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Федоровка, Шишмә райондарынан1992-2001 йылда тыуған 54 спортсы ҡатнашҡан. Шамил Камалетдинов (Малаяҙ ауылы) һәм Азалия Ғайсина (Шишмә ҡасабаһы) 2001 йылғы һәм унан йәшерәк ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында еңеүсе тип табылған.  

Айрат Ғарифуллин ( Баҡалы) һәм Ынйы Ғәлиева (Бишбүләк) 1999-2000 йылғылар йәшендә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән. Никита Алексеев (Шишмә ҡасабаһы) менән Ирина Надырова ( Сәфәр ауылы) 1997-98 йылғылар төркөмөндә беренселекте бирмәгән. 1995-1996 йылғы егеттәр араһында Дмитрий Евстафьев (Шишмә ҡасабаһы) еңеү яулаған. Дмитрий Муфлихунов (Малаяҙ) һәм Ильвира Йосопова (Шишмә) 1992-1994 йылғы егет һәм ҡыҙҙар араһында еңеүсе булған.

Фестивалдең бар йәш төркөмөндәге еңеүселәре һәм призерҙарына маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.

темалар: сатраш