8 декабрь, Кесе йома

31 май 2010 йыл, 11:28

Рәсәй хоҡуҡ белгестәре юридик хеҙмәттәр менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе

автор: Сергей Захаров

Санкт-Петербургта беренсе «Аҡ төндәр» Халыҡ-ара юридик форумы үтте. Башҡортостандан унда Илдар Суюшев етәкселегендәге юридик компания ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусылар Рәсәй Конституция судында булды. Тематик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм дискуссиялар сиктәрендә дәүләт һәм суд органдары, юридик фирмалар вәкилдәре, корпоратив юристар, Рәсәй һәм сит ил предприятиеләре етәкселәре, адвокаттар хоҡуҡты ҡулланыу мәсьәләләрен һәм юридик хеҙмәтләндереүҙәр баҙарын үҫтереүҙең заманса тенденцияларын тикшерҙе.  

Коррупцияға ҡаршы көрәштә корпоратив этика, инвестицияларҙы һәм эшлекле әйләнеште хоҡуҡи оҙатыу, Конституция судында бизнес мәнфәғәттәрен яҡлау, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты алып барыуҙың енәйәт-хоҡуҡи хәүефтәренә махсуслашыусы юристар берләшмәләренең барлыҡҡа килеү һәм уларҙы үҫтереү перспективалары, халыҡ-ара арбитражда эштәрҙе алып барыу тураһында һүҙ барҙы.