6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2010 йыл, 8:04

Байрам көнөндә, 1 июндә, етем балалар иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был балалар өсөн йәйге каникулдар башланыуын белдереүсе иң шатлыҡлы байрамдарҙың береһе генә түгел, шулай уҡ өлкәндәргә балаларҙың уларҙың даими хәстәрлегенә һәм яҡлауына мохтаж булыуы хаҡында иҫкәртеү ҙә.  

Был байрамдың мөһимлеген аңлап, күп предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар балаларға реаль ярҙам күрһәтергә ынтыла.  

Мәҫәлән, 1 июндә Башкортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе ярҙамында палатаның ағзаһы «Амакс Турист» отеле тырышлығы менән республика баш ҡалаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 50 бала өсөн ҙур күңел асыу программаһы ойошторола.

Был көндө майлайҙар һәм ҡыҙҙар отелдең һәм ресторандың иң ҡәҙерле ҡунаҡтары буласаҡ. Улар өсөн махсус рәүештә һый (төрлө шәрбәттәр, эсемлектәр, еләк-емештәр) һәм клоундар һәм ҡурсаҡ артистары ҡатнашлығында шоу программа әҙерләнгән. Ә махсус дискотекала профессиональ аниматорҙар конкурстар ойошторасаҡ, уларҙа ҡатнашыу өсөн балалар иҫтәлекле приздар аласаҡ.