9 декабрь, Йома

31 май 2010 йыл, 10:34

Тимер юлда пассажирҙар өсөн яңы хеҙмәтләндереүҙәр индерелә

автор: Любовь Колоколова

Пассажирҙарға юлда түләүле хеҙмәтләндереүҙәр исемлеген киңәйтеү — “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эштә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Шуның менән бәйле «Федераль пассажирҙар компанияһы» (ФПК) асыҡ акционерҙар йәмғиәте яңы «Вагондарҙы урын-ер әйбер һәм йомшаҡ мөлкәт менән йыһазландырыу нормалары» индерҙе, улар ҡулланыу характеристикаларына һәм урын-ер әйбере сифатына талаптарҙы арттыра. Шулай уҡ үҙгәрештәр урын-ер әйберен комплектлауға ла ҡағылды. Мәҫәлән, СВ һәм купе вагондары пассажирҙарына хәҙер ике простыня урынына простыня һәм пододеяльник бирәсәктәр.  

Бынан тыш, компания вагондарҙы автоматик кофе-машиналар менән ҡоралландырыуға асыҡ конкурс үткәрә, был фирма, ә һуңынан ҡәҙимге поездар пассажирҙарына ла юлда сифатлы кофе һәм башҡа эсемлектәр алыу мөмкинлеге бирәсәк.

Мобиль операторҙар менән берлектә компанияның пассажир поездарында абонент договорҙары (сим-карталар) һатыу планлаштырыла. Был хеҙмәтте индереү һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең икенсе төбәгенә эш буйынса йәки ял итергә барыусы пассажирҙарға поезда уҡ урындағы мобиль элемтә операторына тоташырға һәм бының менән, роумингта булмайынса, шылтыратыуҙарҙа ярайһы уҡ аҡса экономияларға мөмкин буласаҡ.