Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Павловка ауылының янғында ҡаза күргән кешеләре яңы торлаҡ алды

Сәйәсәт

Шәмбе көнө, 29 майҙа, Нуриман районының Павловка ауылында яңы 24 фатирлыҡ йортто файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы үтте. Унда март айында янғын сығыу арҡаһында ҡазаға тарыған ғаиләләр йәшәйәсәк.

Өй туйлаусыларҙы ҡотларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов килде. Сәфәрендә уны республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул саҡта, 7 марттан 8-енә ҡарата төндә, янғын сығыу һөҙөмтәһендә күп фатирлы панель йорт янып юҡҡа сыҡҡайны. Кешеләр ҙә һәләк булғайны. Утты һүндереү барышында ҡотҡарыусылар 36 кешене, шул иҫәптән алты баланы уттан алып сыҡты. 1951 йылда төҙөлгән ҡоролма аяҡҡа баҫтырырлыҡ түгел ине. Республика етәкселеге кисекмәҫтән йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итергә ҡарар итте. 18 мартта уҡ яңы өс ҡатлы йортҡа нигеҙ ташы һалынды. Төҙөлөшкә аҡса республика бюджетынан бүленде – республика башлығының шәхсән бойороғо буйынса.

Йортто асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты:

— Тормошта күңелһеҙ хәлдәр йыш була, ләкин республика бер ваҡытта ла үҙ граждандарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай һәм һәр ваҡыт ярҙамға килә. Күп тапҡырҙар шулай булды – киләсәктә лә шулай буласаҡ, – тине.

Яңы йортта 6 ике бүлмәле һәм 18 бер бүлмәле фатир. Өй туйлаусыларға асҡыстар тапшырылған да инде, тиҙҙән күсенә башлаясаҡтар.

Нуриман районына эш сәфәре барышында Мортаза Рәхимов «Красный ключ» бәләкәй гидроэлектростанцияһына ла инде. Был Башҡортостандағы боронғо ГЭС-тарҙың береһе: ХХ быуат башында уҡ төҙөлгән. Гидроҡоролманы төҙөүҙә немец белгестәре ҡатнашҡан, бында «Сименс» фирмаһы ҡорамалдары ҡуйылған. Әле булһа ГЭС файҙаланыла һәм өҙлөкһөҙ эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть