7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2010 йыл, 17:48

"Ябай балаларҙың" ҡатмарлы проблемалары

автор: Эльвира Ғәниева

Йома көнө, 28 майҙа, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында «Ябай балалар» республика проекты сиктәрендә «Иғтибар: балалар. Балаларҙы гармониялы тәрбиәләү һәм үҫтереү мәсьәләләре» түңәрәк өҫтәле үткәрелде.

Проектты ойоштороусылар – «Сифат билдәһе» студияһы «Ябай балалар» серияһынан беренсе ҡыҫҡа метражлы фильм премьераһын күрһәтте, унда балаларға иғтибар, бәләкәй кешене аңлау, үҫеп килеүсе шәхестә уның сикһеҙ һәләттәрен асыҡлау ни тиклем мөһим булыу мәсьәләһе күтәрелә. 90 секунд экран ваҡыты эсендә авторҙар үҙ проблемалары менән мәшғүл әсәне һәм тылсым эйәһе бәләкәй генә ҡыҙҙы берләштергән. Ҡыҫҡа метражлы таҫма республика телеканалдары эфирына быйыл июнь башында сығасаҡ. Ойоштороусылар Айрат Әхмәтшин менән Элина Еникеева әйтеүенсә, киләһе фильмды 2010 йылдың көҙөндә төшөрөргә планлаштырыла.  

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шәхес тәрбиәләүҙә фәндең роле, фотоижад аша баланың потенциалын асыу, йәмәғәт фондтары һәм хәйриә ойошмаларының «балалар» проблемаларын хәл итеүгә индергән өлөшө, ғаилә ялын ойоштороу һәм республикабыҙҙа балалар кинематографын үҫтереү перспективалары тураһында һөйләште.

Проект сиктәрендә ойоштороусылар балаларға Якутов паркында «Ябай балалар» байрамын бүләк итте. Уның программаһында — Комаров исемендәге Балалар ижады һарайының йәш таланттары тарафынан әҙерләнгән концерт, балалар кейемдәре парады, конкурстар һәм башҡа төрлө саралар. Проектты ойоштороусылар «Ябай балалар» байрамын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан йыл һайын үткәрергә планлаштыра.

темалар: социаль яҡлау