5 декабрь, Дүшәмбе

28 май 2010 йыл, 17:43

Октябрьский Рәсәйҙең йәш "классиктарын" ҡаршылай

автор: Дмитрий Слезин

29-30 майҙа Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй йәштәре беренселеге үтә.

Ярыштар программаһына һигеҙ ауырлыҡ категорияһында алыштар индерелгән: 50, 55, 60, 66, 74, 84, 96 һәм 120 кг.

Спорт байрамында абруйлы ҡунаҡтарҙың – Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры  Александр Никериндың, олимпиада чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Шамил Хисаметдиновтың (Мәскәү), Европа чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры, атҡаҙанған спорт мастеры Геннадий Атмакиндың (Саранск), ике тапҡыр донъя Кубогы еңеүсеһе, СССР һәм Рәсәйҙең бер нисә тапҡыр чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Михаил Елизарьевтың (Ульяновск) һәм Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының көрәш бүлеге начальнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Николай Проказовтың (Мәскәү) килеүе көтөлә.