10 декабрь, Шәмбе

28 май 2010 йыл, 17:26

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан баҡыры» предприятиеһын ҡараны

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президентының Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәре дауам итә. Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов «Башҡортостан баҡыры» предприятиеһын ҡараны. Уның менән бергә ошо уҡ производствола республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, УТМК-Холдинг президенты Искәндәр Мәхмүдов, УТМК-Холдингтың генераль директоры Андрей Козицын да булды. Улар буласаҡ байыҡтырыу фабрикаһының төҙөлөш майҙанын ҡараны. «Юбилей» карьеры менән танышты, һәм ошондай уҡ исемдәге “Юбилей” яңы ер аҫты руднигы төҙөлөшөнә тәүге нигеҙ ташын һалды.

«Юбилей» баҡыр-цинк ятҡылығы 1966 йылда асылған һәм хәҙерге ваҡытта ул Рәсәйҙәге иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе иҫәпләнә.  

Ундағы мәғдән запасы 110 миллион тонна тәшкил итә, 1,6 миллион тоннанан ашыу баҡыр, 1 миллион тоннанан ашыу цинк, шулай уҡ 161 тонна алтын һәм 1310 тонна көмөш бар.

Ятҡылыҡ 1996 йылдан башлап эшкәртелә. «Башҡортостан баҡыры» унда ун йылдан һуң руда сығара башланы. "Юбилей" карьерында эш вахта ысулы буйынса алып барыла. Сменаһына бында 430-ар кеше эшләй, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән киләләр. Белгестәр өсөн вахта ҡаласығында тейешле торлаҡ һәм көнкүреш шарттары булдырылған.  

Баҡыр-цинк мәғдәне табыуҙан тыш, өс йыл элек предприятие катодлы алтын алыу менән бергә шыйыҡса менән иретеп сығарыу алымы менән һоро тимер мәғдәнен эшкәртеүгә тотондо. "Юбилей" алты мәғдән ятҡылығынан тора. Тәүге өсәүһе — асыҡ ысул менән, ҡалғандары ер аҫты ысулы менән эшкәртеләсәк. Баҡыр, цинк, алтын һәм көмөш руданың төп мөһим компоненттары булып тора.  

Артабанғы үҫеше сиктәрендә ятҡылыҡ нигеҙендә баҡыр-цинк рудаһын сығарыу һәм эшкәртеү буйынса йылына өс миллион тоннанан кәм булмаған етештереүсәнлеккә эйә тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү планлаштырыла.

Буласаҡ Хәйбулла тау-байыҡтырыу комбинатының сәнәғәт-производство персоналының дөйөм иҫәбе дүрт мең самаһы кеше тәшкил итәсәк. “Башҡортостан баҡыры” предприятиеһының производство объекттарында эшләү өсөн белгестәрҙе әҙерләү менән Аҡъяр тау колледжы шөғөлләнә.  

Тау сеймалын табыу сәнәғәте үҫеше Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, республика төҫлө металлургия предприятиеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һалым һәм түләүҙәр килеүен тәьмин итә, улар төрлө кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыуға тос өлөш индерә.

Бынан тыш, минерал-сеймал базаһы булыуы, тау производствоһы күләмдәрен арттырыу Башҡортостандың Урал аръяғында яңы эш урындары булдырырға, төбәктең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә булышлыҡ итә.