4 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2010 йыл, 16:28

Башҡортостан Хөкүмәте менән УТМК-Холдинг Хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Хәйбулла районында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Урал тау-металлургия компанияһы — Холдинг» (УТМК) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеүҙең төп принциптары тураһында 2010 йылға килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте.

Унда республика Президенты Мортаза Рәхимов һәм «УТМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең президенты Искәндәр Мәхмүдов ҡатнашты. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм «УТМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Козицын ҡул ҡуйҙы.  

Килешеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, УТМК–Холдинг һәм республика биләмәһендә урынлашҡан «Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм  «Хәйбулла тау компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек руда табыу предприятиелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында төҙөлгән.

Ике яҡлы хеҙмәттәшлек сиктәрендә предприятиеларҙың тотороҡло һәм динамикалы үҫеше, производство потенциалын һаҡлау һәм арттырыу нигеҙендә Башҡортостандың һәм предприятиеларҙың үҙҙәренең социаль-иҡтисади мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән уңайлы шарттар булдырыу планлаштырыла.

Йәнә етештерелгән продукцияның техник кимәлен күтәреү һәм продукцияның конкурент һәләтле яңы төрҙәрен сығарыу, инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу тураһында һүҙ бара.

Килешеүгә ярашлы, УТМК-Холдинг социаль өлкә тармаҡтарына ярҙам сараларын, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ төҙөлөшө, юл һәм гидроҡоролмалар төҙөлөшө өлкәһендә республика программаларын һәм өҫтөнлөклө милли проекттарҙы финанслау менән шөғөлләнәсәк.

Үҙенең яғынан республика Хөкүмәте УТМК-Холдинг менән предприятиеларҙың үҙ-ара эшлекле хеҙмәттәшлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы, уларҙың производство потенциалын һаҡлау һәм арттырыу, ҡайтанан техник ҡоралландырыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Килешеү ҡул ҡуйылған ваҡытынан көсөнә инә һәм 2010 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.