8 декабрь, Кесе йома

28 май 2010 йыл, 15:45

Ставрополдә шартлау айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Ставрополь ҡалаһында шартлау ваҡытында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашып, Ставрополье крайы губернаторы  Валерий Гаевскийға телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

“Хөрмәтле Валерий Вениаминович!

Ауыр юғалтыуҙарға килтергән террористик акт – Ставрополье ҡалаһы Мәҙәниәт һәм спорт һарайының концерт залы эргәһендәге шартлау тураһындағы белдереүҙе Башҡортостан халҡы тетрәнеп ҡабул итте. Тыныс кешеләргә, бөтә Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән был вәхшиҙәрсә яуызлыҡ тураһында хәбәр беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр тойғо уятты.

Терроризмды ҡәтғи ғәйепләп, был енәйәтте ойоштороусылар  һәм уны башҡарыусылар ҡотолғоһоҙ ҡаты яза алырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.

Фажиғәгә тарыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ошо матәм көндәрендә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ”.