9 декабрь, Йома

28 май 2010 йыл, 15:19

Башҡорт композиторҙары музыкаһы Санкт-Петербургта Академия капеллаһы сәхнәһенән яңғыраясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башҡортостан музыканттары — Cанкт-Петербургҡа» — 29 майҙа Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында үтәсәк концерт шулай тип атала. В.В.Андреев исемендәге Дәүләт академия рус оркестры Петербург тамашасыһын Рәсәй халыҡтарының музыкаль мәҙәниәте менән таныштырыу традицияһын дауам итә.

Был юлы оркестрҙың ҡунаҡтары — Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин (башҡорт халыҡ инструменттары ҡурай менән ҡумыҙ), Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров (тенор, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы) һәм композитор Нур Дауытов. Улар ҡатнашлығында Андреев оркестры башҡорт һәм рус халыҡ музыкаһын, шулай уҡ рус һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарасаҡ.

Концерт Санкт-Петербург Көнөнә, шулай уҡ Башҡортостанда көтөлгән мөһим ваҡиғалар – III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм Республика Йылына арнала.

темалар: концерттар