Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рим Әхмәдовтың «Одолень-трава» китабының яңы баҫмаһы сыҡты

Йәмғиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы Рим Әхмәдовтың «Одолень-трава» китабы нәшер ителде. Был 1999 йылда уҡ сығарылған, күптәр оҡшатҡан китаптың яңы баҫмаһы.

Халыҡ дауалаусыһы-үлән белгесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Рим Билал улы Әхмәдовтың исеме республикала һәм унан ситтә лә яҡшы билдәле. Тыуған яғын, Башҡортостан үҫемлек донъяһының шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнеү уның ғүмерлек эшенә әйләнде.

«Одолень-трава» китабы ауырыуҙарҙың исемдәре менән бүлектәрҙән тора. Һәр сырхауға шифалы үҫемлектәр исемлеге, уларҙы һүрәтләү һәм улар менән дауаланыу ысулдары бирелә. Китап киң уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән.

“Одолень-трава” китабын әле үк “Китап” нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға йәки почта аша заказ биреп алдырырға мөмкин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть