10 декабрь, Шәмбе

28 май 2010 йыл, 14:50

Сибайҙа «Ирәндек моңдары» Х юбилей конкурсы башланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Сибай ҡалаһында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-2010» X төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Традицион рәүештә бәйге май аҙағында Баймаҡ ерендә үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйгелә еңеүгә дәғүә итеүселәр араһында Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Татарстан вәкилдәре бар. Сибайға шулай уҡ Өфөнән һәм республиканың бөтә райондарынан тиерлек артистар ҙа килде.

Конкурс программаһы бик йөкмәткеле булырға оҡшай. Ике һайлап алыу турынан һуң 29 майҙа йомғаҡлау гала-концерты үтәсәк. 28 майҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың сәхнә оҫталары һәм элекке йылдарҙа «Ирәндек моңдары» конкурсында еңеүселәрҙең концерты үтәсәк. Шулай уҡ Сибайҙың «Сулпан» башҡорт балалар театрында спектакль күрһәтеләсәк.

Конкурс II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан халыҡтары» республика программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ҡарарҙарын үтәү, халыҡ башҡарыусанлығы традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт фольклорының боронғо ҡатламдарын тергеҙеү, йәш һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, шулай уҡ төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсаттарында үткәрелә.

Бәйгене ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Көньяҡ Урал» ассоциацияһы.

темалар: конкурстар