Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Учалыла ябыҡ боҙ һырғалағы барлыҡҡа киләсәк

Сәйәсәт

Учалыла 1500 урынлыҡ «Таусы» ябыҡ боҙ һырғалағы төҙөлә. Ул Тыныслыҡ урамында мәсет менән «Йәшмә» ҡунаҡханаһы араһында, матур тау итәгендә урынлашасаҡ. Әле бында ер эштәре алып барыла. Хоккейҙан тыш, бында спорттың башҡа төрҙәре лә урын аласаҡ. Мәҫәлән, милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн зал төҙөләсәк.

Бөгөн төҙөлөшкә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов килеп китте. Республика башлығы буласаҡ спорт объекты нигеҙенә символик таш һалды һәм монтаж эштәрен башлауға команда бирҙе.

— Был бөтә учалылар өсөн ҙур ваҡиға. Мөһабәт спорт ҡоролмаһы төҙөлә, – тине Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тантана ваҡытында. Боҙ һырғалағы йәштәрҙең үҙ буш ваҡытын һәм спорт ярыштарын үткәреү урыны буласаҡ. Республика башлығы, бында шөғөлләнәсәк Учалы балаларынан ваҡыт үтеү менән ысын спортсылар һәм чемпиондар үҫеп сығыр, тигән ышаныс белдерҙе. Яуап итеп йәш хоккейсылар Мортаза Рәхимовҡа символик бүләк – хоккей сәкәне бүләк итте.

Төҙөлөш эштәре башланыуы хаҡында иҫтәлеккә был ваҡиғаға арналған стела асылды.

Объект инвесторҙары булып Учалы районы хакимиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора. Заказсыһы – «Таусы» хоккей клубы. Төҙөлөштө Өфөнөң «БашУралЭнергоСтрой» Холдинг компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Ябыҡ һырғалаҡтың килешеү хаҡы 248 миллион һум тәшкил итә. Төҙөлөштө быйыл декабрҙә тамамларға планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть