3 декабрь, Шәмбе

28 май 2010 йыл, 11:47

«Урал моңо-2010»да Башҡортостандан ҡатнашыусылар билдәләнде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Төрки йәштәр музыкаль ижадының «Урал моңо-2010» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Башҡортостандан солистар Гөлсәсәк Фазлаева, Юнир Һағынбаев, Айгөл Үтәгәнова, Айҙар Хәмзин һәм Гөлнур Ҡарабулатова ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ ике музыкаль коллектив – «Арғымаҡ» төркөмө һәм «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөнөң йәш составы ҡатнашыуы көтөлә. Конкурсанттарҙың исемдәре Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусылар араһынан һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса билдәләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал моңо» конкурс-фестивале Өфөлә 1991 йылдан ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Быйыл ул 3 июндән 5-нә тиклем үтәсәк.

Фестивалдең ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Азербайжан, Ҡырым Автономиялы Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының Марий Иле, Алтай, Дағстан, Татарстан, Саха (Якутия), Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия, Бүрәт, Тыва республикаларынан 50-нән ашыу башҡарыусы һәм ижади коллективтар саҡырылған.

Сараны ойоштороусылар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар компанияһы менән берлектә фестивалдә ҡатнашыусылар менән яңы  проект төшөрөргә планлаштыра.