Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәрҙең бизнес-идеялары республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы 25 июнгә тиклем республика йәштәрҙең бизнес-идеялары конкурсында ҡатнашыуға материалдар ҡабул итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ул эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, шулай уҡ фәнни-техник һәм ииновацион өлкәләрҙә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, бизнес-планлаштырыу өлкәһендә йәш эшҡыуарҙарҙың белем кимәлен күтәреү, инвестицион һәм власть институттары менән хеҙмәттәшлек итеү, йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ инициативаһын ғәмәлгә ашырыуға шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторола.

Конкурста 18-30 йәштәге кешеләр ҡатнаша ала. Талап ителгән документтар иҫәбендә: ғариза, резюме һәм бизнес-идеяға аңлатма.

Уның йомғаҡтары буйынса компетентлы жюри «Йәштәрҙең иң яҡшы бизнес-идеяһы» һәм «Йәштәрҙең иң яҡшы инновацион идеяһы» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Йәш эшҡыуарҙарҙың иң перспективалы проекттарына уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн 30000 һум күләмендә  гранттар тапшырыласаҡ.

Конкурс материалдары Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Телефоны: 251-57-11.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының www.minsport02.ru рәсми сайтында «Конкурстар» бүлегендә танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть